Маҡсат:
а) теманы аңлатыу;
б) карточкалағы күнегеүҙәрҙе үҙаллы башҡарыуы аша уҡыусыларҙың белемен тикшереү;
в) дәрестә уҡыусыларҙың үҙаллылыҡ эшмәкәрлеген әүҙемләштереү.
Йыһаздар: Схемалар, һүҙлек.
Дәрес проекты
Дәрес этабы
|
Ваҡыт
|
Уҡытыусы эшмәкәрлеге
|
Уҡыусы эшмәкәрлеге
|
Яңы теманы асыу
|
1 минут
|
Таҡтаға теманы яҙа
|
Дәфтәргә теманы яҙа
|
Теманы аңлатыу
|
5 минут
|
Теманы аңлата
|
Тыңлай, һорауҙарға яуап бирә
|
Темаға ярашлы күнегеүҙәр башҡарыу
|
5 минут
|
Күнегеүҙәр тәҡдим итә
|
Күнегеүҙәрҙе башҡара, ҡайһылары таҡтала эшләп күрһәтә
|
Ял итеү
|
2 минут
|
Ял итеү сараһын ойоштора
|
Күнегеүҙәрҙе башҡара
|
Карточкалағы күнегеүҙәрҙе башҡарыу
|
20 минут
|
Индивидуаль ярҙам күрһәтә, башҡарылған карточкаларҙағы күнегеүҙәрҙе тикшерә
|
Карточкалағы күнегеүҙәрҙе башҡара. Өлгәшеү таблицаһына билдәләр ҡуя
|
Рефлексия
|
6 минут
|
Һығымта яһау сараһын күрә, үтелгән тема буйынса һорауҙар бирә
|
Һығымта яһай, һорауҙарға яуап бирә
|
Өй эше биреү
|
1минут
|
Өй эшенең биремен аңлата
|
Өй эшен яҙып ала
|
Дәрес барышы
Яңы теманы асыу.
- Һаумыһығыҙ, бөгөн беҙ “Сифаттарҙың сағыштырыу һәм артыҡлыҡ дәрәжәһе” тигән тема үтәсәкбеҙ. Әйҙәгеҙ, теманы таҡтанан күсереп яҙығыҙ.
Теманы аңлатыу.
- Уҡыусылар, әйҙәгеҙ, матур тигән сифатты миҫал итеп алайыҡ. Ул нисек тәржемә ителә? Эйе, красивый. Уның сағыштырыу дәрәжәһе нисек була икән? Мәҫәлән, этот цветок красивый, а тот цветок красивее. Ә башҡорт телендә красивый һүҙенән красивее һүҙен нисек барлыҡҡа килтерергә? Уның өсөн махсус схемалар ярҙамға килә.
Схема сравнительной степени прилагательных
После основ на После основ на гласный звук согласный звук
-раҡ -рәк -ыраҡ -ерәк
Шулай итеп, матур һүҙе тартынҡы өнгә бөтә. Был һүҙҙә ҡалын һуҙынҡылар өҫтөнлөк итеүен иҫәпкә алып, һүҙҙән һуң ҡалын һуҙынҡылы ялғау ҡуйыласаҡ һәм был сифатты сағыштырыу дәрәжәһенә ҡуйһаҡ, матурыраҡ тигән һүҙ барлыҡҡа киләсәк.
Ә хәҙер миҫал өсөн тәмле һүҙен алайыҡ. Был һүҙ нисек тәржемә ителә? Эйе, вкусный. Сағыштырыу дәрәжәһендә үҙгәртһәк, вкуснее була. Ә башҡорт телендә тағы схема ярҙамға килә. Тәмле һүҙе нәҙек һуҙынҡы өнөнә тамамлана, тимәк тәмлерәк һүҙен барлыҡҡа килтерә.
Әйҙәгеҙ, хәҙер артыҡлыҡ дәрәжәһенә туҡталайыҡ. Артыҡлыҡ дәрәжәһе ябай һәм ҡатмарлы була. Иң тәүҙә ябай артыҡлыҡ дәрәжәһенә туҡталайыҡ.
Красивый рус телендә артыҡлыҡ дәрәжәһендә прекрасный тип үҙгәртелә. Ә башҡорт телендә нисек барлыҡҡа килтерергә артыҡлыҡ дәрәжәһен? Уның өсөн билдәле бер сифаттың тәүге ижегенә п хәрефе ҡушыла һәм һүҙ һыҙыҡса аша тулыһынса күсерелеп яҙыла. Мәҫәлән, матур һүҙе ике ижектән тора. Ма-тур. Тәүге ижеккә п хәрефе ҡушыла һәм мап-матур тигән һүҙ барлыҡҡа килә.
Простая превосходная степень прилагательных образуется с помощью прибавления на первый слог слова буквы П. Например: Матур — ма-тур — мап-матур — прекрасный.
Ә ҡатмарлы артыҡлыҡ дәрәжәһе бирелгән сифаттар алдынан иң — самый, бик, бигерәк — очень һүҙҙәре ҡуйылыу ярҙамында барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, бик матур — очень красивый, иң тәмле аш — самая вкусная еда.
3. Темаға ярашлы күнегеүҙәр башҡарыу.
1-се күнегеү.
Түбәндәге сифаттарҙы сағыштырыу дәрәжәһендә үҙгәрт.
Бәхетле, белемле, бай, уҫал, тәпәш.
2-се күнегеү.
Түбәндәге сифаттарҙы артыҡлыҡ дәрәжәһендә үҙгәрт.
Аҡ, йылы, ярлы, тәпәш.
4. Ял итеү.
Әйҙәгеҙ, хәҙер баҫтыҡ һәм бармаҡтарҙы ял иттереп алайыҡ.
Был бармаҡ — олатай,
Был бармаҡ — өләсәй,
Был бармаҡ — атай,
Был бармаҡ — әсәй,
Был бармаҡ — бәпәй,
Уның исеме сәтәкәй.
Сәтәкәй-сәтәкәй
Минең ҡустым бәләкәй.
Ҡулын күтәргән була,
Сәпәкәй иткән була.
5. Карточкалағы күнегеүҙәрҙе башҡарыу.
Карточка А
Спишите предложения, поставив окончания сравнительной степени прилагательных.
а) Бөгөн көн йылы... . б) Матур... итеп һөйлә. в) Бөгөн Маша серле... күренә. г) Марат Айраттан көслө... . д) Ҡәләм менән тигеҙ... һыҙ.
Карточка Б
Данные прилагательные переведите на башкирский язык, образуйте простую превосходную степень прилагательных и добавьте к ним существительные на башкирском языке.
а) черный; б) старательный; в) красный; г) чистый; д) злой.
Карточка В
Исправьте окончания сравнительной степени прилагательных.
а) Марат Айраттан тәпәшыраҡ. б) Минең футболкам һарырәк. в) Беҙҙең йорт ҙурерәк. г) Маша Сашанан гүзәлрәк. д) Минең олатай һинекенән ҡартрәк.
6. Рефлексия.
- Уҡыусылар, бөгөн беҙ нимә хаҡында белдек?
- Башҡорт телендә сифаттарҙың сағыштырыу дәрәжәһе нисек барлыҡҡа килә?
- Сифаттың ниндәй артыҡлыҡ дәрәжәләре бар. Улар ниндәй юлдар менән яһала?
7. Өй эше биреү.
Ҡыйыу, уңған, ялҡау, тырыш һүҙҙәрен сифаттарҙың ҡатмарлы артыҡлыҡ дәрәжәһенә ҡуйып, башҡорт телендә һөйләмдәр төҙөргә.
Сулейманов Ринат Минигалеевич
Лицей 68 Уфа