Тема: Рәми Ғарипов «Алма» шиғыры. Омонимдар.
Маҡсат: яңы тема менән танышыу, һүҙлек байлығын арттырыу, алған белемдәрҙе нығытыу;
Хеҙмәткә, хеҙмәт кешеләренә хөрмәт, ихтирам тәрбиәләү.
Йыһазлау: Р. Ғариповтың портреты, һүҙлектәр, карточкалар.
Проект.
№ |
Дәрес этаптары
|
Ваҡыт
|
Уҡытыусы эшмәкәрлеге
|
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге
|
1
|
Ойоштороу.Теманы һәм маҡсатты әйтеү.
|
2 минут
|
Тема һәм маҡсат менән таныштырыу
|
Ниндәй билдә аласаҡтарын асыҡлау, маҡсаттар ҡуйыу.
|
2
|
Яңы тема менән танышыу,артикуляцион эш.
|
6 минут
|
Уҡыусыларға индивидуаль ярҙам күрһәтә
|
Яуаптар яҙалар
|
3
|
Төрлө дәрәжәләге карточкалар менән эш
|
30 минут
|
Уҡыусыларға индивидуаль ярҙам күрһәтә
|
Карточкалар буйынса эшләйҙәр
|
4
|
Рефлексия
|
1 минут
|
Йомғаҡлай, таблицаны анализлай.
|
Йомғаҡлай, таблицаны анализлай.
|
5
|
Индивидуаль өйгә эш
|
1 минут
|
Теләгән уҡыусыларға өҫтәлмә эштәр бирә
|
Теләгән уҡыусылар өҫтәлмә эштәр ала
|
Дәрес барышы.
1. Уҡыусылар, бөгөн дәрестә Рәми Ғарипов ижады менән танышырһығыҙ, Ниндәй һүҙҙәрҙе омоним тип атайҙар, шул турала белерһегеҙ. Дәрестә кем ниндәй билдә алырға теләй, дәфтәрегеҙгә ҡуйығыҙ.Берҙән алып икенсе эшкә тиклем - «3” -лө, өстән алып дүрткә тиклем — ” 4”- ле, биштән алып — “5” -ле.
2. Яңы тема менән танышыу, һорауҙарға яуап биреү.
1- се эш
Рәми Ғарипов (1932-1977)
Рәми Йәғәфәр улыҒарипов 1932 йылдың12 февралендә Башҡортостандың Салауат районы Арҡауыл ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуа.
Урта мәктәпте тамамлағас, ул Башҡортостан яҙыусылар берлеге тәҡдиме буйынса1950 йылда Мәскәүҙәге М.Горький исемендәге әҙәбиәт институтына уҡырға инә.
Мәскәүҙә юғары белем алып ҡайтҡас, Рәми Ғарипов 1955 йылдан “Совет Башҡортостаны” гәзитендә эшләй башлай, бер ни тиклем ваҡыт ул Башҡортостан китап нәшриәтендә һәм”Ағиҙел” журналы редакцияһында эшләп ала.
Уның поэзияһы өсөн тәрән моң, фекер тығыҙлығы хас. Лирик шиғырҙарынан йәшлек ялҡыны бөркөлөп торһа ла, ул, нисектер, талғын бер сабырлыҡ менән аға. Тормоштағыса моңло һағышҡа мул ул поэзия.
Рәми Ғариповтың ижади уңыштары художестволы тәржемәлә лә айырым асыҡ күренә. Ул Пушкин, Лермонтов Гейне, Рудаки, Хәйәм, Абай, Блок, Есенин,Ғамзатов,Хетагуров кеүек мәшһүр һүҙ оҫталары шиғырҙарының аҫыл үрнәктәрен башҡорт теленә тәржемә итте.
РәмиҒарипов-1960 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар берлеге ағзаһы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ шағиры.
Алма
Ҡояш нуры, ерҙең һуты,
Кеше тире- был алма.
Шуға нурлы, шуға һутлы,
Шуға эре был алма.
Ҡояш һымаҡ ,тынғы белмәй,
Ерем, тиеп, янмаһаң,
Ерем, тиеп, янып-көйөп
Ҡара тирең таммаһа-
Кеше эшенең емешен
Ҡулдарыңа һин алма,
Йәмен бирмәҫ, тәмен бирмәҫ,
Харам булыр был алма.
Һорауҙар. 1. Рәми Ғарипов ҡасан һәм ҡайҙа тыуған ?
2. Ул ҡайҙа уҡыған?
3. Рәми Ғарипов кемдең әҫәрҙәрен тәржемә иткән?
4. ” Алма” шиғырында нимә тураһында һүҙ бара?
2- се эш.
Нимә ул омонимдар? Шиғырҙан омонимдарҙы табырға һәм мәғәнәләрен асыҡларға.
3-сө эш.
Бирелгән һүҙҙәрҙең антонимдарын тап. Бер һөйләм уйлап яҙ.
Йыуан- нәҙек һаран-
Тәпәш- уңған-
Уҫал- матур-
Аҡыллы- тәртипһеҙ-
Бәхетһеҙ- ялҡау-
4-се эш. Таҡталағы таблицанан синонимдарҙы, антонимдарҙы, омонимдарзы төркөмләп яҙығыҙ. Бейек, ҙур, йәштәш, алма, бир,аҡ, тәпәш, бәләкәй, ал, еңел, һәлмәк, яҡын, тиҙ, алыҫ, алма, кис, ҡаты, кис, етте, йомшаҡ, өлкән.
5-се эш. Хеҙмәт, эш, тырышлыҡ тураһында мәҡәлдәр яҙығыҙ.
Өҫтәлмә эштәр.
1. 61-се күнегеү. Ҡылымдарҙы кәрәкле формаға ҡуйып яҙығыҙ. (81-се бит) .
2. Омоним дарҙы табырға һәм мәғәнәләрен аңлатырға .
А) Айҙар,йәнәһе космонавт- Б)-Эй саңғысым!
Оса Айға. Тау түбәнгә ел генә,-
“Ерҙән китеп торам ,- Уйнап ҡалһын
ти ул,- артыңда тик ел генә.
Өс-дүрт айға!»
Йомғаҡлау. Уҡыусылар,үҙегеҙ теләгән билдәне ала алдығыҙмы? Индивидуаль эш: кемдәр билдәләрен күтәрергә теләй, карточкалар алығыҙ. Һау булығыҙ.
Учитель: Лутфуллина Зульфия Галимьяновна МОУ СОШ №112 г. Уфа